Башҡортостанда ауыл ерендә эшләп йөрөгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты бирелә. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ошо ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына 15 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта конкурс еңеүселәре аҡса алғандан һуң Башҡортостандың бер үк районындағы төп белем биреү ойошмаларында ун йылдан ашыу эшләргә бурыслы. Конкурсҡа документтар тапшырған көнгә эшләп йөрөгән учреждениела иһә өс йыл.
2019 йылдан 375 йәш ауыл уҡытыусыһы ошондай грант алған. 2023 йылда республика Башлығы ҡарары менән гранттар 150-гә еткерелгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.