
Өфө уҡыусыһы ил президенты Владимир Путин менән хоккей уйнарға хыяллана. Өсөнсө класс уҡыусыһы Мария Веремеева дәүләт башлығына яҙған хатында Владимир Путиндан автографлы портрет һораған, ә киләсәктә уның менән боҙҙа осрашырға теләүен белдергән.
12 декабрҙә - Рәсәй Конституцияһы көнөндә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов яҡташыбыҙға бүләк тапшырҙы.
Марияның әсәһе Эльвира Веремеева һүҙҙәренсә, ҡыҙы мәктәптә яҡшы уҡый, хоккей уйнарға ярата, «Ағиҙел» спорт командаһында шөғөлләнгән, хатты үҙе яҙған һәм бына, ниһайәт, яуап алған.
«Беҙ президентыбыҙҙың сәйәсәтен тулыһынса хуплайбыҙ. Уның аҡылы, көсө, харизмаһы һоҡландыра. Ул хәл иткес ҡарарҙар ҡабул иткән етәксе булараҡ мәңге ил тарихында ҡаласаҡ. Минең һәм балаларым өсөн ул көс һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө», - тине Эльвира Риф ҡыҙы.
Веремеевтар ғаиләһе ике бала тәрбиәләй. Машаның Мирон исемле ағаһы ла бар. Әсәһе - хужабикә, ә атаһы монтажсы булып эшләй.
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Алексей Касьянов ғаилә менән аралашҡан, үҙенең эш бүлмәһен күрһәткән, президенттың Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия үткәргән, осрашыу һуңында Марияға һаулыҡ, именлек һәм уҡыуында уңыштар теләгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.