Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Диана Ихсанова декрет ялынан һуң эшенә сыҡты һәм үҙ вазифаһын үтәүгә тотондо.
«Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте һәр ваҡыт республика етәксеһенең һәм хөкүмәтенең эшмәкәрлеге хаҡында ышаныслы, оператив мәғлүмәт сығанағы булды. Киләһе йылда беҙҙе Башҡортостан өсөн дә, тотош ил өсөн дә мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә. Шуға күрә киң мәғлүмәт сараларында эшләгән коллегаларым менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә өмөт бағлайым», - тине «Башинформ» агентлығына Диана Ихсанова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың майында Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары декрет ялын алғайны.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың 23 июлендә Диана Ихсанованың ҡыҙы тыуған, уға София тип исем ҡушҡандар. Йәш әсәне бала табыу йортонан бәхетле тормош иптәше һәм атай Тимур Сәфәрғәлиев ҡаршы алған.