Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2023, 10:30

Аҙна уртаһынан сатлама һыуыҡтар сигенә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк фараздарына ярашлы, шишәмбе, 12 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -25, -30°, урыны менән -20°.

Шаршамбы, 13 декабрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә -22, -27°, көнсығышта -32°, көндөҙ -15, -20° күрһәтә.

Кесаҙна, 14 декабрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -20, -25°, көнсығышта -30°, көндөҙ -12, -17°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда «Урал легендаһы» рельслы автобусының яңы ҡышҡы туристик миҙгелен асыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-12/anomalnye-morozy-v-bashkirii-s-serediny-nedeli-nachnut-postepenno-oslabevat-3561534

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: