

Сибай егете Заһир Сәфәрғәлин һәм Баймаҡ ҡыҙы Юлиә Сөләймәнованың Өфөлә фатир алыу өсөн пластик сертификаты юғалған. Йәш ғаиләгә уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләк иткәйне.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, йәштәр Шереметьево аэропортында 80-гә 120 сантиметр ҙурлыҡтағы пластик конструкцияны ғына багажға тапшырған. Өфө аэропортына килеп төшкәс, сертификаттың юғалыуы асыҡланған. Улар был турала полицияға хәбәр иткән.
«Юғалған сертификат буйынса ғына фатир һатып алып булмай, сөнки ул бер ниндәй ҙә юридик көскә эйә түгел. Йәштәрҙең ҡулында торлаҡҡа рәсми документтар барҙыр, моғайын», — тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө линия идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, уларға ысынлап та пластик сертификаттың юғалыуы тураһында хәбәр килгән, уны эҙләйҙәр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.