17:14 (UTC+5), 11 Декабря 2023

«Был бик мөһим көн» - Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөн билдәләү тураһында

Анастасия Другова

Кесаҙна, 14 декабрҙә, республика Башҡорт теле көнөн билдәләй. Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә. Шуға бәйле республиканың белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында тематик саралар ойошторола. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова ошо хаҡта һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Шул уҡ көндө ил президенты иғлан иткән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Остаз» республика конкурсының финалы була.

«Республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмалары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн саралар ҡаралған: мәктәптәрҙә Башҡорт теленән берҙәм дәрес була, студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар, Аҡмулла олимпиадаһы, башҡортса КВН уҙғарыла. Мәҙәниәт учреждениелары: милли китапханалар, тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә был эшкә ҡушыла. Көндөң киске программаһы Өфө театрҙарында спектаклдәр менән дауам итә», - тине  Гөлназ Йосопова.

Йома, 15 декабрҙә, «Торатау» конгресс-холында республика район-ҡалаларының, Рәсәй субъекттарының башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре һәм вәкилдәре осраша. Унда С.Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт наградаһының тәүге еңеүселәрен бүләкләйҙәр.

Иртәнге программа «Башҡорт теле» темаһына квиз-уйын менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо уйын өлгөһөндә муниципалитет башлыҡтарына башҡорт теле кисәһен уҙғарырға тәҡдим ителә.

Сара барышында физик шәхестәр өсөн башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар конкурсы еңеүселәренә сертификаттар тапшырыла. Йәштәр медиаһы, IT, белем биреү, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән 10 эште грант көтә.

Шулай уҡ дөйөм белем биреү ойошмалары араһында «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты»н һайлайҙар. Еңеүселәргә кабинетты мультимедиалы комплекс менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар бирелә.

Өфө урамдарында һәм район үҙәктәрендә Башҡорт теле көнөнә ҡарата баннерҙар ҡуйылды. Социаль селтәрҙәрҙә лә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ошо баннерҙар янында иң яҡшы фотоһүрәткә конкурс башлап ебәрҙе. Социаль селтәрҙәрҙә лә төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар бара.

«Республика ярҙамы, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының башланғысы менән башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, башҡорт теленән олимпиада, тәржемәсе, башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, Рәми Ғарипов сайты, башҡортса квиз-уйындар, Башҡорт теле көнөнә арналған төрлө саралар уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙҙә барлыҡ шарттар һәм ресурстар бар. Башҡорт теле көнөн бергәләп билдәләйек», - тине Гөлназ Йосопова.

«Әйҙәгеҙ, уны яҡшы итеп үткәрәйек, был башҡорт телен популярлаштырыу өсөн мөһим көн, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостан полилингваль гимназиялар башҡорт телендә генә түгел, республика халыҡтары телдәрендә лә эшләгән берҙән-бер төбәк булып тора. Беҙ мишкәләрҙе ҡотлайбыҙ, яңы уҡыу йылынан унда мари полилингваль гимназияһы эш башланы. Тағы ла беҙҙә удмурт һәм сыуаш полилингваль гимназиялары асылырға тейеш».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-11/eto-ochen-vazhnyy-den-radiy-habirov-o-prazdnovanii-dnya-bashkirskogo-yazyka-3560390

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика