Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2023, 15:13

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Джефф Монсон «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән бүләкләнде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, донъя чемпионы һәм ҡатнаш көрәш төрҙәре легендаһы Джефф Монсонға федераль дәүләт наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Бөгөн хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға ошо награданы тапшырҙы.

«Үҙ ваҡытында Джефф Монсон республикабыҙға күсергә һәм йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу менән әүҙем шөғөлләнергә ҡарар итте. Ул ҙур грэпплинг мәктәбен булдырҙы, хәҙер Рәсәй чемпионаттарында һөҙөмтәләр бар. Әммә иң мөһиме, ул Донбаста йәшәүселәргә булышлыҡ итеү менән ныҡлап шөғөлләнә, унда күп тапҡыр булғаны бар», – тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ошо көндәрҙә Джефф Монсондың Өфөлә өйһөҙҙәргә ярҙам үҙәген асырға йыйыныуы билдәле булды. Был хаҡта ул асарбаҡтарға ярҙам итеү буйынса ҡалалағы берҙән-бер республика комплекслы үҙәгенә барған саҡта белдерҙе.

«Минең әсәйем официант булып эшләне һәм һәр ваҡыт мине берәҙәктәргә, ризыҡҡа мохтаждарға ихтирам менән ҡарарға өйрәтте. Америкала ундайҙар һәм уларға ярҙам күрһәтеүселәр бик күп, шул иҫәптән дәүләт учреждениелары. Хәҙер, Башҡортостанда йәшәгәс, асарбаҡтарға булышлыҡ итеү мөмкинлеге тыуҙы. Был минең ҙур хыялым. Беҙ Калинин районында өйһөҙҙәргә стационар ярҙам пунктын асырға йыйынабыҙ», - тине Джефф Монсон.

Бынан алда «Башинформ» Джефф Монсон менән интервью әҙерләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-11/deputat-gossobraniya-bashkirii-dzheff-monson-nagrazhdyon-ordenom-druzhby-narodov-3560235

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас