10:29 (UTC+5), 01 Декабрь 2023

М-5 «Урал» трассаһында йәнә хәрәкәт сикләнде

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

М-5 «Урал» федераль трассаһында күпләп ҡар яуыуына һәм буран сығыуға бәйле йәнә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. М-5 «Урал» участкаһында (Шаҡшанан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем) көндөҙгө сәғәт 2-се 15 минуттан пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорты өсөн юл ябылды. Юл киске сәғәт 9-ҙа асылырға тейеш, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында. Хәрәкәтте сикләү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал.

«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо участкалағы водителдәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә», - тип билдәләне Севастьянов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, М-5 трассаһы бер тәүлеккә тиерлек ябылғайны, бөгөн иртән генә автомобилдәргә ҡуҙғалырға рөхсәт ителде. Шул сәбәпле саҡрымдарға һуҙылған тығын барлыҡҡа килде, водителдәргә ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы талап ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-01/na-trasse-m-5-ural-na-granitse-bashkirii-vnov-ogranichili-dvizhenie-3548178

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика