Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 00:04

Республика Башлығы үҙенең командаһын нисек формалаштырыуы хаҡында һөйләне

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

«Тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең командаһы хаҡында һөйләне: ул нисек төҙөлә һәм кемдәр унда инергә мөмкин.

«Әле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә: ковид осоронда, махсус хәрби операция барған ваҡытта эшкә һәләтле икәнен раҫлаған яҡшы команда төҙөлгән. Беҙҙә махсус хәрби операция зонаһына бармаған бер муниципалитет башлығы ла юҡ, был минең өсөн үҙенә бер сифат билдәһе булып тора. Команда көслө, ләкин беҙ уның үҙгәреүен күрәбеҙ, кемдер арыған, кемдеңдер йәше еткән, әммә унда лайыҡлы кешеләр бар. Бына, мәҫәлән, Көйөргәҙе районы башлығы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Шундай ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле яҡташтарыма рәхмәт», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Үҙ бурыстарын үтәй алмағандар эштән китә, тине республика етәксеһе. Минең командала - башлыса Башҡортостандың төрлө райондарында тыуып үҫкән кешеләр, тип билдәләне ул. Борис Беляевҡа һәм Рәмзил Күсәрбаевҡа «икенсе мөмкинлек бирелә».

«Беляев ҡайтҡас, уның ҡайҙа эшләй алырын хәл итербеҙ. Ул эшлекле кеше. Беҙ уға эш табырбыҙ. Күсербаев менән дә шундай уҡ хәл», - тине Радий Хәбиров.

Ростислав Мырҙағолов менән хәл башҡаса (Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған).

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/glava-bashkirii-rasskazal-kak-on-formiruet-svoyu-komandu-3544991

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас