
Кисә «Тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан Башлығы Көйөргәҙе районы хакимиәте етәксеһе Юлай Ильясовтың үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китеүе хаҡында хәбәр итте. Ул үҙ вәкәләттәрен һалды, тиҙҙән юлға сыға. «Башинформ» журналисы менән һөйләшкәндә Юлай Талха улы ни өсөн ошондай ҡарар ҡабул итеүен әйтте.
«Махсус хәрби операция башланғас та ошо хаҡта уйлай башлағайным инде. Ике тапҡыр гуманитар ярҙам менән барып ҡайтҡас, ныҡлы ҡарарға килдем. Бына ноябрҙә барыһы ла хәл ителде», - тине ул.
Юлай Ильясовтың тормош иптәше Лилиә Михайлова Мариуполь ҡалаһында гуманитар миссияны етәкләй, Рәсәйҙең яңы төбәктәре буйлап оҙайлы сәфәрҙә йөрөй. Шуға күрә ул иренең ҡарарын хуплай. Көйөргәҙе хакимиәте башлығы яҡташтарының да рухи яҡтан ярҙамын тойған.
«Аҙаҡҡаса бер кемгә лә әйтмәнем. Был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр яуа башланы. Бөтәһе лә тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙы теләй. Халыҡтың хуплауы минең өсөн бик мөһим», - тине Юлай Ильясов.
Алғы һыҙыҡта ул авиация разведкаһы менән шөғөлләнергә уйлай.
«Мин Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыным, осоу аппараттарының электр ҡорамалдары. Ниһайәт, һөнәрем буйынса эшләрмен», - тип белдерҙе әңгәмәсе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.