

«Тура бәйләнеш» барышында Пумка исеме менән билдәле тревел-блогер Анна Желякова Радий Хәбировтан республиканың Шишмә районында төҙөлөп ятҡан Евразия күсмә цивилизациялар музейы хаҡында һораны.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, буласаҡ музейҙың визит үҙәге киләһе йылдың май-июнь айҙарында асылырға тейеш. Шулай уҡ был ваҡытҡа Турахан кәшәнәһенә илткән ағас экоһуҡмаҡ та һалынасаҡ.
«Был ғәйәт ҙур проект, 10 мең квадрат метрлыҡ майҙандағы музейҙы үҙ эсенә аласаҡ, беҙ унда төрлө симпозиумдар үткәрергә, фәнде үҫтерергә, һуңынан үҙенең тимерлеге, умарталығы, оҫтаханаһы булған Башҡорт аты үҙәген һәм Этноауыл асырға йыйынабыҙ. Шулай уҡ кәшәнә янындараҡ спа-отель төҙөргә тигән ниәтебеҙ бар», - тип һөйләне республика етәксеһе.
Шул уҡ ваҡытта төҙөлөштө тамамлауҙың аныҡ ваҡытын әйтеүе ҡыйыныраҡ, тине ул.
«Аҡса кәрәклеге аңлашылып тора һәм беҙ шунан сығып эш итәбеҙ. Комплексты тамамлау өсөн яҡынса 5 йыл кәрәк».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.