«Тура бәйләнеш» барышында Бүздәк ауылында йәшәүселәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса үҙҙәренең ихатаһын ремонтлауҙы һораны.
«Хөрмәтле Радий Фәрит улы, һеҙгә Бүздәк ауылының Баҡса урамында йәшәүселәр мөрәжәғәт итә. Беҙҙе биш күп фатирлы йорттан торған ихатабыҙҙың биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһе борсой. Ихатабыҙ аяныс хәлдә. Эргәләге Киров, Вокзал һәм башҡа урамдарҙа ихаталар төҙөкләндерелде, ә беҙҙеке ситтә ҡалды», - тине улар.
Башҡортостан Башлығы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Головановаға ошо ихатаға иғтибар итергә һәм уны 2024 йылғы планға индерергә ҡушты.
«Ихата 2024 йылда эшләнергә тейеш. Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ әле, ихаталарға финанслауҙы арттырыу мөмкинлеге бармы икән? Бик яҡшы һәм файҙалы программа. Былтыр ҙа, быйыл да ошо программаны һаҡлап ҡалдыҡ. 2025-2026 йылдарҙа «Башҡорт ихаталары» программаһына аҡса өҫтәрбеҙ. Ирина Александровна, финанс министрлығында ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ», - тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.