Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 11:30

Бөгөн Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш» үткәрелә

30 ноябрҙә Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнөнә арналған «Әсәй – тәүге һүҙебеҙ!» темаһына «ҡыҙыу бәйләнеш» үткәрелә.

Маҡсат – халыҡҡа ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы хоҡуҡи яҡлау, социаль яҡлау хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге, ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү ысулдары һәм туҡмалып йәшәгән гүзәл заттарға психологик ярҙам тураһында мәғлүмәт биреү.

Һорауҙарға «Ғаилә» республика ресурс үҙәгенең бүлек мөдире Елена Ғабдрахманова һәм «Индиго» үҙәге психологы Альбина Фәнил ҡыҙы Солтанова яуап бирәсәк.

«Ҡыҙыу линия» ның эш ваҡыты: сәғәт 2-нән 5-кә тиклем. Телефоны: +7 (347) 223-22-11.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-30/segodnya-v-ufe-proydyot-goryachaya-liniya-za-likvidatsiyu-nasiliya-v-otnoshenii-zhenschin-3545599

Автор:Сергей Николаев
Читайте нас: