12:04 (UTC+5), 30 Ноября 2023

Азамат Сәйфуллин - Көйөргәҙе районы башлығы вазифаһын башҡарыусы

Фото: Азамат Сәйфуллиндың социаль селтәрҙәре
Роман Якимчук

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп хакимиәт башлығының финанстар буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Сәйфуллин тәғәйенләнде. Был турала ул «Башинформ» хәбәрсеһенә хәбәр итте.

Кисә тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Көйөргәҙе районы хакимиәте етәксеһе Юлай Ильясовтың үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китеүе тураһында әйткәйне.

Азамат Сәйфуллин 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 2017 йылдан Күгәрсен районы башлығының финанстар, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, Күгәрсен районы башлығы вазифаһын башҡарыусы була. 2022 йылдың ноябренән Көйөргәҙе районы хакимиәтендә эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-30/kuyurgazinskiy-rayon-bashkirii-v-statuse-i-o-vozglavil-azamat-sayfullin-3546709

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика