Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 22:55

Радий Хәбиров маскировкалау селтәре үргән ҡатын-ҡыҙҙарҙы материалдар менән тәьмин итергә ҡушты

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындары маскировкалау селтәрҙәре бәйләй һәм яугирҙарға ярҙам итеү буйынса башҡа бик күп бурыстарҙы үтәй. Бишбүләк районында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар Радий Хәбировҡа «тура бәйләнеш»тә 800-ҙән ашыу селтәр, йәғни 16 мең квадрат метрҙан ашыу селтәр үреүҙәре хаҡында һөйләне. Әммә был ғына етмәй, тип билдәләне ҡатындар.

«Беҙҙә маскировкалау селтәрҙәрен тағы ла күберәк үреү мөмкинлеге һәм теләге бар. Әммә материал ҡиммәт тора», — тип зарлана ҡатын-ҡыҙҙар.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа материалдар мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевтан тегеү предприятиеларында материал ҡалдыҡтары ҡалһа, уларҙы маскировкалау селтәрҙәре эшләү нөктәләренә ебәреүҙе һораны.

«Һеҙ хаҡлы, маскировкалау селтәрҙәре яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡара. Унда машиналар, объекттар, блиндаждар — бөтәһе лә селтәр менән ябылған. Уларға кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-29/radiy-habirov-poruchil-obespechit-zhenschin-materialom-dlya-pleteniya-masksetey-3544688

Читайте нас: