Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 21:52

Радий Хәбиров Өфө етәкселеген насар юлдар өсөн шелтәләне

«Зорге урамында балалар баҡсаһы янында соҡорҙарҙы ремонтлау талап ителә, үтеү мөмкин түгел». Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «тура бәйләнеш» кә ошондай хәбәр килде.

— Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөгә юлдарҙы төҙөкләндереүгә шул тиклем күп аҡса бирәбеҙ. Минеңсә, ҡала башлығы беҙҙе ишетә. Иртәгә йәки иртәнән һуң шунда уҡ сығырға һәм был юлдарҙы ремонтларға кәрәк. Оят. Насар юлдар — ҡот осҡос бәлә һәм улар кешеләрҙе ярһыта. Республикала насар юлдар булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләйем. Һәр хәлдә, баш ҡалала түгел. Шуға күрә хәл итегеҙ һәм миңә хәбәр еткерегеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: