«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнеш барышында.
«Башҡорстанда оҙон ғүмерлелек» программаһы киләһе йылда ла, унан һуң да дауам итәсәк. Әлегә 20 мең кешене ебәрҙек, был да бик яҡшы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Программала ҡаралғанса, йылына 50 мең турист булырға тейеш, финанстарға бәйле әлегә ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Киләһе йылға 20 мең кешене ебәрергә иҫәп тотабыҙ. Бәлки, 30 меңгә еткереп, йылдан-йыл арттырып булыр. Ни өсөн? Сөнки беҙҙең пенсионерҙар йәш әле: 55, 60, 65 йәш. Улар хаҡлы ялға сығалар ҙа үҙ-үҙҙәренә бикләнәләр, өйҙә генә ултыралар. Ә беҙ уларға йәшлектәренә ҡайтырға мөмкинлек бирәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был бик шәп проект, шуға күрә программаны дауам итәбеҙ».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йәшәүселәрҙең күбеһе тыуған ҡалаһынан йәки ауылынан ситкә сыҡҡаны юҡ.
«Был программаның әһәмиәте шунда: беҙ уны субсидиялайбыҙ, — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовтың һорауына яуап биреп. — Ғаризағыҙҙы рәсмиләштерегеҙ. Һеҙҙең квотаны эшләрбеҙ. Кешеләр лайыҡлы эшләне. Һеҙ әйткәнсә, улар ветеран-пенсионерҙар, барыбер үҙҙәренең сәфәрҙәре тураһында яҙасаҡ».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.