17:42 (UTC+5), 29 Ноября 2023

Мутлашыусылар Башҡортостан башлығының әсәһен алдаған

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 29 ноябрҙә «тура бәйләнеш» барышында дистанцион мутлашыуға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Республика халҡы «трубкалағы тауышҡа» ышана һәм мутлашыусыларға миллионлаған һум аҡса күсерә, улар менән нисек көрәшергә, тигән һорауға яуап бирҙе.

— Беләһегеҙме, минең күптән инде шундай принцибым бар — мин таныш булмаған телефон номерын алмайым. Әгәр минең телефоныма яҙылһа, мин яуап бирәм, әгәр юҡ икән, юҡ. Бер ваҡыт әсәйем мутлашыусылар ҡулына эләкте. Ул ваҡытта Мәскәүҙә булдым. Уға шылтыратып, башҡорт телендә: «Әсәй, мин бәләгә тарыным», - тигәндәр. Минең кешене туҡмауым тураһында хәбәр итеп, һәм 300 мең һум аҡса таптыралар. Ишембайҙа төндә ул өйҙән 150 мең һум аҡса алып, банкомат эҙләргә киткән. Табып, купюралар ебәрә башлай. Уны һаҡсы туҡтата.

Башҡортостан башлығы журналистарға мутлашыу темаһын йышыраҡ яҡтыртыуҙы һорап мөрәжәғәт итте, шулай уҡ телефон менән нисек эш итергә кәрәклеген аңлатты.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика