

Башҡортостан Башлығы менән тура эфир ваҡытында Йылайыр ауылынан элемтәгә сыҡтылар. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Варганов республика етәкселегенә район халҡының проблемаларына иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. Ул һуңғы йылдарҙа төҙөкләндерелгән объекттарҙы һанап үтте. Әйтәйек, Спасо-Преображенский ҡорамы реконструкциялана, йәйәүлеләр өсөн Сауҙагәр урамы барлыҡҡа килде, Йылайыр һыу һаҡлағысының яр буйы төҙөкләндерелә.
- Ауылыбыҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Һеҙҙә шул тиклем матур, тиҙәр туристар. Әммә бында Преображенск баҡыр иретеү заводы мөһим әһәмиәткә эйә. Бик күп тарихи ваҡиғалар менән бәйле сәнәғәт архитектураһы ҡомартҡыһы булып тора, ләкин ул емерелеп бара. Мин йылайырҙарҙың хыялы тураһында әйтмәксемен, - тине тыуған яҡты өйрәнеүсе. - Преображенск баҡыр иретеү заводыны диуарҙары емерелмәһен, биләмәһе төҙөкләндерелһен, халыҡҡа уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн беҙгә ярҙам итегеҙ, беҙ быны бик көтәбеҙ!
Йылайыр районының идара итеү командаһы «Йылайырҙың үҙгәреүе» конкурсында еңеү яуланы, тип белдерҙе Радий Хәбиров һәм киләһе сиратҡа ҡуйырға һәм унда баҡыр иретеү заводын да индерергә тәҡдим итте.
- Мин йыл аҙағында йәки йыл башында Йылайырға барып ҡарармын, - тип вәғәҙәләне республика етәксеһе. - Заводтар менән ҙур проблема бар. Уларҙы ремонтлау өсөн күп аҡса кәрәк. Белгестәр менән килеп, тикшереп, бергә ҡарар ҡабул итербеҙ. Бының һеҙгә тынғы бирмәүен күреп торам, сәнәғәт объекттарын һаҡлап ҡалыу - бик яҡшы, әлбиттә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.