Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 22:01

Башҡортостан Башлығы Өфөлә транспорт йөрөтөү мәҙәниәте тураһында: «Үлһә лә, юл бирмәҫ»

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 29 ноябрҙә «Тура бәйләнеш» барышында Өфөлә транспорт йөрөтөү мәҙәниәтенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

«Күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам. Мин Башҡортостанға ҡайтҡансы Мәскәүҙә йәшәнем. Мәскәүҙә - ул төрлө, ләкин унда машина йөрөтөү мәҙәниәте күпкә юғарыраҡ. Беҙҙә бит бер-береңде үткәреп ебәреү тигән нәмә юҡ, үлһә лә үткәрмәй ул. Минеңсә, үҙ ваҡытында эшләп еткермәү, хатта уҡытыу йәһәтенән дә етешһеҙлектәр булғандыр. Ғөмүмән, тейешенсә контроль булмаған. Был бит цивилизациялы процесс. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары менән эште лә артабан дауам итербеҙ тип ышанам. Беҙ камераларҙа туҡтап ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Тимәк, цивилизациялы йөрөтөү мәҙәниәте. Кешеләр йөрөргә һәм өйҙәренә ҡайтырға, балаларын етем ҡалдырмаҫҡа тейеш», - тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/glava-bashkirii-o-kulture-vozhdeniya-v-ufe-umryot-no-ne-propustit-3544539

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас