Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 29 ноябрҙә хәүефле метеорологик күренештәр көтөлә: республиканың ҡайһы бер райондарында боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана, төндә елдең тиҙлеге урыны менән секундына 17 метрға тиклем.
Иртәгә көн болотло була. Төндә һәм көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көнбайыштан секундына 7-12 метр, урыны менән секундына 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0, -5°. Автомобиль юлдарында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.