Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 12:14

«Үҙемдең улдарым үҫеп килә»: Башҡортостан Башлығы Донбасс малайына сәғәт бүләк итте

видеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Донбасс малайы Башҡортостан Башлығының исемле сәғәте менән бүләкләнде. Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһына командировкаға барғанда Кирилл исемле малай менән танышҡан. Ошо турала видеояҙма республика етәксеһенең телеграм каналына һалынған.

«Үҙем дә улдар үҫтерәм, шуға һуғыш барған урында малайҙарҙы күреү күңелемә бик ҡыйын. Донбасс еренә тиҙерәк тыныслыҡ килһен ине. Дөрөҫөрәге, егеттәребеҙ Еңеү яулар. Ә Кирилға республика башлығынан сәғәт бүләк иттем. Ул ҡәнәғәт йөҙ менән өйөнә ҡайтып китте», - тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» республика Башлығының махсус хәрби операция зонаһындағы «Башҡортостан» полкына барыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-28/u-samogo-rastut-synovya-glava-bashkirii-podaril-malchiku-iz-donbassa-chasy-3540859

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: