Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 13:42

Башҡортостан 2024 йылда Ҡырымда балалар шифаханаһын төҙөй башларға ниәтләй

2024 йылда Башҡортостан Евпаторияла «Юбилей» балалар шифаханаһын төҙөй башларға йыйына. Проект яңы эш урындары менән тәьмин итергә һәм республика балаларына Ҡырымда ял итергә мөмкинлек бирергә тейеш. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Донбасҡа сәфәре барышында Ҡырым башлығы Сергей Аксенов менән осрашты һәм ошо хаҡта һөйләшеп килеште.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда «Юбилей» шифаханаһы Башҡортостанға тапшырылды. Тәүҙә корпустарҙы капиталь ремонтлау һәм биләмәне төҙөкләндереү күҙ уңында тотолғайны. Ләкин тикшереү йоҡо корпустарының авария хәлендә булыуын күрһәтте.

Яңы проект әҙерләп, ата-әсәләр балалары менән йыл әйләнәһенә ял итһен өсөн заманса шифахана комплексы төҙөргә ҡарар ителде. 2023 йылда инженер селтәрҙәрен әҙерләү эштәре башҡарылды. Ә 2024 йылда шифахана төҙөлөшөн башларға йыйыналар.

Радий Хәбиров «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проекты сиктәрендә пенсионерҙар өсөн Ҡырымға сәфәрҙәр ойоштороу буйынса хеҙмәттәшлек тәҡдим итте.

«Ветерандарыбыҙҙың хеҙмәте өсөн хөрмәт билдәһе итеп республика бюджеты иҫәбенә уларға туристик юлламаларҙы субсидиялайбыҙ. Киләһе йылдан Ҡырымға сәфәрҙәр ойоштора башларға ине», - тине Башҡортостан Башлығы.

Сергей Аксёнов был башланғысты хупланы.

Ҡырым башлығы Башҡортостан етәкселегенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа ярымутрауҙа йәшәүселәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Беҙҙең осрашыуға һәр саҡ шатмын, сөнки улар төбәктәр үҫешенә ыңғай этәргес бирә. Башҡортостан етәкселеге 2014 йылда Ҡырым яҙының тәүге көндәренән үк ҡырымдарға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә бер-беребеҙгә таянырға мөмкин икәнен беләбеҙ. Хәҙер яңы төбәктәргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә бергәләп ярҙам итәбеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-28/bashkiriya-v-2024-godu-planiruet-nachat-stroitelstvo-detskogo-sanatoriya-v-krymu-3541193

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас