Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 10:59

15 декабрҙән Өфөлә шыршы баҙарҙары асыла

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Яңы 2024 йыл алдынан 15 декабрҙән 31-енә тиклем Өфөлә ылыҫлы ағастар менән сауҙа итеү ойошторола. Шыршы баҙарҙары өсөн халыҡ күп йөрөгән урындар һайланған.

«Сауҙалашыу һөҙөмтәләре буйынса тейешле килешеүҙәр төҙөлгән. Шулай уҡ ҙур сауҙа предприятиелары, ауыл хужалығы һәм фермер йәрминкәләре эргәһендә лә өҫтәмә рәүештә шыршы һатыу ойошторола. Бынан тыш, йәнә сауҙалашыу иғлан ителде, Яңы йыл ҡупшыҡайын һатыу буйынса урындар һанының үҙгәреүе ихтимал», - тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Баш ҡаланың 14 шыршы баҙарының адрестары менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-28/v-ufe-s-15-dekabrya-zarabotayut-yolochnye-bazary-3540908

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас