Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда «Штраф» иҫкәртеү операцияһы башланды. Республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 1 декабргә тиклем бара. Ул штраф түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм законда билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн уҙғарыла.
«Административ штрафты 60 көндә түләмәгән осраҡта икеләтә штраф йәки ун биш тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, йә иһә илле сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр ҡаралған», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте www.gosuslugi.ru порталындағы шәхси кабинетта, шулай уҡ республика дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләрендә алырға мөмкин, тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-да.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-27/v-bashkirii-startovala-operatsiya-shtraf-3539077