Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2023, 15:34

Азхар, Сорабэгим, Туана: Башҡортостанда ноябрҙә тыуған сабыйҙарға ниндәй исемдәр ҡушҡандар

«ЗАГС реестры» порталы йыл башынан Башҡортостанда, ғөмүмән, илдә яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған популяр һәм һирәк осраған исемдәр тураһында мәғлүмәттәрҙе яңыртты. 27 ноябргә республикабыҙҙа һирәк осраған малай  исемдәре — Мөхәммәдусмон, Давит, Мөхәммәд Иса, Богдамир, Азхар.  Ҡыҙҙҙар араһында иһә Велеслава, Сәриә, Диалина, Сорабэгим, Туана.

Башҡортостанда Әминә (419 ҡыҙ), София (381), Ева (373), Арина (367) һәм Эмилия (361) кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға йышыраҡ Әмир (515), Марк (373), Тимур (365), Матвей (361) һәм Мирон (358) тип ҡушалар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ноябрь башында ата-әсәләр улдарына Абдулрахман, Виктор Стоун, Риман, Аполлинарий, Меружан, ә ҡыҙҙарына Хилолви, Мөнирә, Илайда, Оминави, Ариадна тигән һирәк исемдәр ҙә һайлаған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-27/azhar-sorabegim-tuana-kak-v-bashkirii-nazyvali-novorozhdennyh-v-noyabre-3539804

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: