
Өфөнөң республика перинаталь үҙәгендә 250 меңенсе сабый тыуған.
«Кескәй Нуриман - Гөлсәсәк Бүләкованың ғаиләһендә өсөнсө малай. Бәпес 22 ноябрҙә донъяға килгән, буйы - 51 сантиметр», - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡыуаныслы ваҡиға тураһында. Ул ишле ғаиләне сабыйҙары тыуыуы менән ҡотланы һәм ата-әсәгә бәхетле, һау- сәләмәт тормош теләне.
Максим Забелин республика перинаталь үҙәге табиптарына һәм медицина персоналына профессиональ ярҙам күрһәтеүҙәре һәм йәш ата-әсәләр, яңы тыуған балалар тураһында хәстәрлек күреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙҙең тырышлыҡ һәм хәстәрлек ғаиләләрҙең тормошон сағыуыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итә», - тигән юғары баһа бирҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе республика клиник перинаталь үҙәге хеҙмәткәрҙәренең эшенә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.