Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 15:09

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ҡар һәм буран тураһында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 25 ноябрҙә республикала урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе фаразлана.

Иртәгә болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡар, буран. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, төндә һәм иртән урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә 7-12°, төньяҡ-көнсығышта -17°, көндөҙ -3,+2°.Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-24/mchs-po-bashkirii-ob-yavilo-shtormovoe-preduprezhdenie-3536359

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: