Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр менән файҙаланыу хоҡуғына эйә. Дәүләт Йыйылышы депутаттары һуңғы уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡабул итте.
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бында өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, гигиена процедуралары, аш-һыу әҙерләү, хаттар ебәреү һәм башҡалар инә.
«Бындай ярҙам теге йәки был сәбәптәр (имгәнеү, ауырыу, инвалидлыҡ) арҡаһында үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә, үҙ аллы йөрөй алмағандарға кәрәк. Мәҫәлән, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ла шундайҙар иҫәбендә. Закон хәрби йәрәхәт һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған яугирҙәрҙе комплекслы социаль яҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә», — тип билдәләне ул.
Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм унда ҡатнашыусыларға, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» һәм «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгәндәргә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һауа һөжүменә ҡаршы оборона, һауа һөжүменә ҡаршы урындағы оборона объекттарында, һаҡланыу ҡоролмалары, хәрби-диңгеҙ базалары, аэродромдар һәм башҡа хәрби объекттар төҙөлөшөндә эшләгәндәргә лә ошондай ярҙам күрһәтелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.