12:34 (UTC+5), 22 Ноябрь 2023

Урал аръяғында башҡорт аты паркы булдырыла

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Элина Ахметова

«Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә башҡорт аты паркы булдырыла. Был хаҡта III Мәжитов уҡыуҙары барышында тематик түңәрәк өҫтәлдә хәбәр ителде. Сарала 20-гә яҡын ғалим һәм белгес ҡатнашты, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төп учреждениеларынан вәкилдәр бар ине.

«Глобаль күҙлектән ҡарағанда, башҡорт аты хайуан ғына түгел, ә халҡыбыҙ өсөн тормош фәлсәфәһе ул. Беҙ Икенсе донъя һуғышына тиклемге осорҙо өйрәндек, ул ваҡытта беҙҙә миллионлаған баш йылҡы булған. Һуңынан улар ҡырҡа кәмегән. Һуңғы өс йылда аттарҙың һаны артыуын күрәбеҙ», — тип билдәләне вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко үҙенең сығышында башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын һаҡлау темаһын күтәрҙе. Ғалим һүҙҙәренсә, элек «башҡорт атына илке-һалҡы ҡараш» булһа, хәҙер республика хөкүмәтенең ошо көнүҙәк мәсьәләгә иғтибар итеүе ҡыуандыра. Ул Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағында башҡорт аты буйынса айырым лаборатория асырға тәҡдим итте.

«Йылҡысылыҡтың төп үҫеш йүнәлеше — һөт һәм ит. Әммә беҙгә спорт, туристик йүнәлештәрҙе лә үҫтереүҙе дауам итергә кәрәк. Симпозиумдар һәм фестивалдәр ойошторорға. Бының менән республика хөкүмәте һәм ауыл хужалығы министрлығы шөғөлләнә. Шуға күрә киләһе йылда башҡорт атына арналған фестивалде күләмлерәк итеп үткәрергә ине. Ул ныҡлап уйланылған булырға тейеш, шуға бәйле эксперт фекерен дә ишетке килә», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы етәксеһе.

«Бөгөн беҙ Башҡортостанда башҡорт атын һаҡлау йүнәлешен көсәйтергә һөйләштек, һүҙ тематик ҡурсаулыҡ булдырыу инициативаһы хаҡында бара. Республикабыҙҙа бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ғалимдар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерә», — тине Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 ноябрҙә-2 декабрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында Башҡортостандың ауыл хужалығы аҙналығы ойошторола, ул «Аграр Башҡортостан» тип атала. Тәүге өс көндә төбәктең төп брендтары — башҡорт балына һәм башҡорт атына арналған саралар (оҫталыҡ дәрестәре, викториналар) үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-22/v-zauralie-sozdadut-park-bashkirskoy-loshadi-3531505

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика