Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 22 ноябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы, ҡар ҡатламы ятыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3°.
Кесаҙна, 23 ноябрҙә, епшек ҡар, ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнсығыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә һәм көндөҙ -6, -11° була.
Йома, 24 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20°, урыны менән -10°, көндөҙ -9, -14°.