11:36 (UTC+5), 21 Ноября 2023

Йырсылар Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина ата-әсә булырға йыйына

Фото: Әлиә Ҡарасуринаның социаль селтәрҙәре
Ләйсән Закирова

Башҡортостандан популяр эстрада йырсылары Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина тиҙҙән ата-әсә булырға әҙерләнә. Был хаҡта Әлиә үҙенең блогында хәбәр итте.

«Беҙ һине көтәбеҙ, сабыйыбыҙ, — тип яҙа ул. — Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Ҡайһы бер кешеләр һиҙгән булып, әллә нимәләр яҙһалар ҙа, мин үҙ теләгем менән, үҙ ваҡытында һөйләргә булдым. Хәҙер инде йәшерәһе юҡ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр быйыл сәстәрен сәскә бәйләне. Апрелдә ғашиҡтар никах уҡытһа, ә июнь айында гөрләтеп туй үткәрҙе.

Ришат Төхвәтуллин Башҡортостандың Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина — Дүртөйлө районының Шишмә ауылынан, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған. Ришат менән бер коллективта эшләй, дуэт йырлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-21/pevtsy-iz-bashkirii-rishat-tuhvatullin-i-aliya-karachurina-stanut-roditelyami-3530028

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика