09:26 (UTC+5), 21 Ноября 2023

Өфөлә Дим районының яңы прокуроры тәғәйенләнде

Фото: Башҡортостан прокуратураһы сайты
Дарья Субботина

Өлкән юстиция советнигы Вадим Шәйәхмәтов биш йылға Өфөнөң Дим районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһының генераль прокуроры Игорь Краснов ҡул ҡуйған.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Вадим Рим улы Шәйәхмәтов 1984 йылда тыуған, 2005 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2006 йылдың ғинуарында Башҡортостан прокуратураһы органдарында эшләй башлай. Өфөнөң Ленин районы прокуратураһында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе, Өфө буйынса үҙәк район-ара тәфтиш бүлегенең өлкән тәфтишсеһе, Өфөнөң Ленин районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы, Өфө прокуроры ярҙамсыһы, республика прокуратураһының енәйәт-процессуаль һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү идаралығы бүлегенең өлкән прокуроры, Өфө районы һәм Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуроры урынбаҫары, Бүздәк районы прокуроры вазифаларын биләй.

Хеҙмәт бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең генераль прокуроры һәм Башҡортостан прокуроры тарафынан дәртләндерелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-21/v-ufe-naznachili-novogo-prokurora-dyomskogo-rayona-3530266

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика