Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2023, 16:44

«Агата Кристи» төркөмө лидеры башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыны

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Бөгөн, 21 ноябрҙә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы майҙансығында Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» тигән яңы аудиопроектының исем туйы үтте. Килгән ҡунаҡтарға тәүге тапҡыр билдәле замандаштарыбыҙ башҡарыуында башҡорт һәм рус телдәрендә «Моң сере», «Йомғаҡ» һәм «Әбйәлил» халыҡ әкиәттәренең аудиоверсиялары тәҡдим ителде.

«Моң сере» әкиәтен рус телендә йырсы, «Агата Кристи» төркөмө солисы Вадим Самойлов уҡыны. Ул «Китап» нәшриәте проектында ҡатнашыуын ҡыҙыҡлы ижади тәжрибә тип билдәләне.

«Был минең өсөн бик ҡыҙыҡлы ижади тәжрибә булды. Мин икенсе менталитетты, бөтөнләй икенсе мәҙәниәтте — таҙа, матур энергетиканы тойҙом», - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты сараға онлайн ҡушылған музыкант.

Башҡорт телендә «Моң сере» әкиәте популяр музыкант һәм башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдиндың тауышы менән яңғыраны. Мин үҙем күберәк аудиокитаптар тыңларға яратам, шуға күрә ошо проектта ҡатнашырға ризалаштым, ти йырсы. Йәш атай республикала бишек йырҙары, шиғырҙары, хикәйәләренең яҙмалары булһын ине, тигән теләген дә еткерҙе.

Тыңлаусыларға танылған алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында «Йомғаҡ» һәм «Әбйәлил» әкиәттәренең башҡорт телендәге аудиоверсиялары тәҡдим ителә.

«Үҙем әле уҡый белмәгән саҡта атайым һеңлем менән икебеҙгә «Йомғаҡ» әкиәтен уҡый торғайны. Хәҙер яратҡан әкиәттәребеҙҙе теләгән ваҡытта, машинала ла, өйҙә лә тыңларға мөмкин. Был бик уңайлы. Проект уңышлы булыр тип уйлайым, өҫтәүенә ул ике телдә. Тыуған иленән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңлау өсөн шәп мөмкинлек», — тине Флүрә Мурзина.

«Әбйәлил» әкиәтен уҡыған Рәсүл Ҡарабулатов һүҙҙәренсә, балалар өсөн эшләү күңелле генә түгел, тулҡынландырғыс та: «Сөнки балалар — ихлас, саф күңелле тамашасы. Артисҡа улар менән бер тулҡында булырға, уларҙың ышанысын яуларға кәрәк».

Әйткәндәй, рус телендә уны билдәле яҡташыбыҙ, «Пицца» төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сергей Приказчиков уҡый. «Йомғаҡ» әкиәтен русса һөйләүсене проект авторҙары әлегә сер итеп һаҡлай.

«Китап» нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова әйтеүенсә, тиҙҙән әкиәттәрҙе Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте сайтында һәм Яндекс.Музыка сервисында бушлай тыңларға мөмкин. 

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас