Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
88.61
-0.09
97.07
-0.09
82.7
+1.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 10:57

Башҡортостанда епшек ҡар, көслө ел, боҙлауыҡ көтөлә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Синоптиктар фаразлауынса, дүшәмбе, 20 ноябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көньяҡ-көнбайышта бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы -1, -6°.

Шишәмбе һәм шаршамбы, 21 һәм 22 ноябрҙә, ҡар, көндөҙ епшек ҡар, ҡарлы ямғыр, төндә урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә -2, -7°, көндөҙ -2, +3°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-20/v-bashkirii-prognoziruetsya-nenastnaya-pogoda-mokryy-sneg-silnyy-veter-gololed-3527782

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас в