14:36 (UTC+5), 20 Ноября 2023

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының 65 яугире дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары подполковник Рөстәм Шаһабетдинов хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә махсус хәрби операция зонаһында хәрби подразделение яугирҙәренең үҙ бурыстарын нисек үтәүе хаҡында һөйләне. Беҙҙең полк август аҙағынан бирле шунда, ошо ваҡыт эсендә 65 яугир бүләкләнде, ә 224-е наградаға тәҡдим ителде.

Полк командиры урынбаҫары командование һәм бөтә яугирҙәр исеменән республика етәкселегенә мотоуҡсылар полкына һәр яҡлап әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Даян Мурзин, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Таһир Күсимов исемендәге башҡорт батальондары алдынғы позицияларҙа тора. Улар барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Сергей Зорин исемендәге башҡорт батальонының заманса танктары бар. Хәрби подразделениелар ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй. Әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Кәрәк  икән, алыш ваҡытында рация аша башҡорт йәки татар телдәрендә аралашабыҙ. Беҙҙең полктың хәҙер үҙенең гимны бар. Һүҙҙәрен ротабыҙ замполиты яҙҙы», - тине «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары.

Ул яугирҙәр исеменән республика халҡына һәм Башҡортостан Башлығына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Яңыраҡ бер кәңәшмәлә армия замполиты республиканың һәм Башлыҡтың беҙҙең полкка нисек ярҙам күрһәтеүен өлгө итеп ҡуйҙы. Беҙ һынатмаҫбыҙ, Еңеү беҙҙең яҡта булыр», - тине Рөстәм Шаһабетдинов.

Бынан алдараҡ Башинформ «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәренең махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуҙарын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-20/65-boytsov-motostrelkovogo-polka-bashkortostan-nagrazhdeny-gosnagradami-3528519

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика