13:50 (UTC+5), 17 Ноября 2023

Рәсәй Ҡыш бабайы тыуған көнөн билдәләй

Фото: https://vk.com/dedmoroz

18 ноябрь – мөғжизәгә ышанғандарҙың байрамы, сөнки илдең төп тылсымсыһы – Рәсәй Ҡыш бабайы үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

Был байрам рәсми рәүештә тәүге тапҡыр 2005 йылда билдәләнде. Датаны, 18 ноябрҙе, балалар һайланы. Ноябрь уртаһында ҡышҡы тылсымсының тыуған яғында, Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг ҡалаһында, ҡыш хаимлыҡ итә башлай тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, иртәгә Ҡыш бабайҙың рәсми резиденцияһында ҙур байрам ойошторола, унда бөтә илдән ҡунаҡтар йыйыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп Ҡыш бабайы йыл әйләнәһенә хаттар ала, уларға яуаптар яҙа, адресы: 162390, Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг ҡалаһы, Октябрьский тыҡрығы, 1 А. Электрон хатты «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмгә йәки почтаға ебәрергә мөмкин: ao_dm_pochta@mail.ru. 1 ноябргә ҡышҡы тылсымсы 4 584 169 хат алған.

Ә Башҡортостанда, әлегә ҡар булмаһа ла, Яңы йылға әҙерлек башланды. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе барлыҡ муниципалитеттарҙа ла яңы йыл ҡаласыҡтарын бер үк ваҡытта асырға ҡушты.

«Беҙгә Яңы йылға әҙерләнергә ваҡыт, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Етем, йә ата-әсәһе хеҙмәт иткән йәки һәләк булған балалар категорияһы беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш».

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-17/rossiyskiy-ded-moroz-otmetit-den-rozhdeniya-3525369

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика