11:33 (UTC+5), 16 Ноября 2023

Иглин районында йәшәгән Мария Коломасоваға 100 йәш тулды

Фото: Гүзәл Насирова/vk.com
Ләйсән Закирова

Башҡортостанда йәшәгән тағы бер инәй быуат сиген үтте. Иглин ауылында Мария Коломасованы йөҙ йәше менән тәбрикләнеләр. Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова социаль селтәрҙә яҙыуынса, йөҙйәшәрҙең кәйефе көр, ул ҡул эше менән шөғөлләнә, ҡыҙы һәм ейәнсәре менән магазинға йөрөй.

Мария Геннадьевна - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Иваново өлкәһенең Плёс ҡалаһында тыуып үҫкән. Тормош иптәше, Иглин районы егете менән һуғыш осоронда танышҡан. Был ваҡытта ул ҡаты яраланып, Плёс госпиталендә дауаланып ятҡан. Еңеүҙән һуң яҡташыбыҙ һөйгән ҡыҙын Башҡортостанға алып ҡайтҡан, улар 60 йыл бәхетле ғүмер кисергән. Мария Геннадьевнаның ике ҡыҙы, ике ейәнсәре, өс бүләһе һәм ике бүләсәре бар.

«Башинформ» Учалы районынан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән инәй тураһында ла яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-16/zhitelnitse-bashkirii-marii-kolomasovoy-ispolnilos-100-let-3523992

1 из 1
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика