12:34 (UTC+5), 16 Ноября 2023

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Был награда — махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә ярҙам иткән өфөләр: эшҡыуарҙар, предприятиелар, ойошмалар, ирекмәндәр һәм ҡаланың битараф булмаған халҡы өсөн, тине баш ҡала етәксеһе.

Өфө яугирҙәребеҙгә даими рәүештә ярҙам күрһәтә. Башҡортостандың баш ҡалаһынан гуманитар ылау менән аҙыҡ-түлек, тәү кәрәк-яраҡтар, транспорт, дарыуҙар, ялан шарттарында көнкүреште яйға һалыу өсөн тауарҙар, төҙөлөш материалдары һәм ҡоралдары, электротехник тауарҙар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым оҙатыла. Яугирҙәрҙең ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

Бынан тыш, Өфөлә Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге эшләй. Уның аша килгән барлыҡ мөрәжәғәттәр Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡатнашлығында ҡарала. Ҡала мэры эш сәфәрҙәре барышында уҡыу үҙәктәрендә һәм махсус хәрби операция зонаһында яҡташтары менән даими осрашып тора. Уҙған аҙнала ғына «Башҡортостан» полкы яугирҙәре менән сираттағы ошондай осрашыу уҙҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-15/mera-ufy-ratmira-mavlieva-nagradili-medalyu-za-sodeystvie-svo-3522168

Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы
Фото: Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика