
Башҡортостанда ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың 25 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр. 28 ноябрҙә Өфөлә ошо уңайҙан тантаналы сара уҙғарыла. Республика Башлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, сараны үткәреү бурысы республиканың Мәғариф министрлығына, мәҙәни программаны ойоштороу — Мәҙәниәт министрлығына, ҡатнашыусыларҙы ашатыу — Сауҙа министрлығына, транспорт менән хеҙмәтләндереү Башҡортостан Башлығының эштәр идаралығына йөкмәтелгән.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты тураһында указға үҙгәрештәр индергәйне. Төҙәтмәләргә ярашлы, башҡарма власть органдары Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетына ЮНЕСКО буйынса планлаштырылған халыҡ-ара һәм төбәк-ара саралар тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.