Ҡалтасы ауылында йәшәгән Сатаевтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән. Валерий Чапаевич һәм Татьяна Сергеевна дүрт малайға, алты ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Төпсөктәренә Юрий тип исем ҡушҡандар. Ошо көндәрҙә әсә сабый тыуыу тураһында таныҡлыҡты барып алған, тип хәбәр итте Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.
Ғаилә башлығы Валерий Сатаев «Ҡалтасы урманы» учреждениеһында водитель булып эшләй, Татьяна иһә хужалыҡ эштәре һәм балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә.
«Уларҙы ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, именлек, көс-дәрт теләйбеҙ. Районыбыҙҙа шундай ҙур ғаиләнең булыуы менән ғорурланабыҙ!» - тип яҙҙы Зәбир Ғабдуллин.