Башҡортостан Башлығы коронавирус инфекцияһын йоҡтороу сәбәпле үҙизоляцияға киткән. Республика етәксеһе хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте был мәғлүмәтте раҫланы.
«Эйе, Башҡортостан Башлығы коронавирусҡа анализ биргән һәм ыңғай һөҙөмтә алған. Хәҙер Радий Хәбиров үҙизоляцияла», - тип хәбәр иттеләр унда.
«Башинформ» ковидҡа бәйле яңы мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарғайны. Һуңғы тәүлектә 122 кешелә ошо сир асыҡланған.