11:00 (UTC+5), 08 Ноября 2023

Өфөнән махсус хәрби операция зонаһына йөҙөнсө гуманитар ылау юлға сыҡты

Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан махсус хәрби операция яугирҙәренә йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатты.

«Республикабыҙҙан йөҙөнсө гуманитар ылау ебәрҙек. Бөгөн беҙ ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерәбеҙ. Был ылауҙы егеттәребеҙ бик көтә. Ошо ҡатмарлы эште башҡарған, нисәнсе тапҡыр хәүефле юлға сыҡҡан водителдәребеҙгә йәнә рәхмәт әйтәм. Хәйерле юл!», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе гуманитар йөк йыйыуҙа һәм уны алып барып тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡотҡарыусыларға, водителдәргә, эшҡыуарҙарға, хеҙмәт коллективтарына Башҡортостан Башлығының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Йөҙөнсө гуманитар ылауҙа –  28 автомобиль, улар араһында 17 «УАЗ», 8 «Нива», шулай уҡ күсмә мунса, өс тағылмалы мунса бар. Асҡын, Балаҡатай, Дәүләкән, Дыуан, Ҡалтасы, Салауат, Федоровка райондары, Баймаҡ ҡалаһы, Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары халҡы, Бәләбәй һәм Балаҡатай урман хужалыҡтары, Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының Бөрө бүлексәһе яугирҙәребеҙ өсөн кәрәк-яраҡ хәстәрләгән.

Әйтәйек, төҙөлөш материалдары, утын, «буржуйка» мейестәре, бензобысҡылар, генераторҙар, спутник антеннаһы, иретеп йәбештереү аппараттары, инструменттар, окоп шәмдәре, фонарҙар, йылы кейем, эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, дарыуҙар һәм туғандарынан посылкалар.

Өфөнөң Киров районы ылау менән Запорожье өлкәһенең Благовещенка ауылы мәктәбе өсөн дәреслектәр, китаптар һәм пианино ебәрҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-08/iz-ufy-s-adresnoy-pomoschyu-dlya-voinov-svo-otpravilsya-sotyy-gumanitarnyy-konvoy-3511183

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика