Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2023, 12:01

Башҡортостандан күп балалы әсә махсус хәрби операцияға юлланды

Юлай Ильясов/vk.com
Фото: Юлай Ильясов/vk.com

Көйөргәҙе районынан күп балалы әсә контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ - һөнәре буйынса ашнаҡсы, шуға күрә яугирҙәргә тәмле ризыҡ бешереп ашатырға, шул рәүешле уларҙың хәрби рухын күтәрергә теләй. Уның балалары ваҡытлыса өләсәй ҡарамағында ҡала.

«Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыт тыйнаҡ, әммә ҡыйыу булған, ти ханым. Ул яугирҙәребеҙгә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә аласағына ышана. Доброволецтың әсәһе ҡыҙы өсөн борсола, әлбиттә, ләкин уның ҡарарын хуплай, балаларын тәрбиәләп торорға әҙер. Ҡыйыу ханымға махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ваҡытта уңыштар һәм көс теләйем! Аллаһы Тәғәлә уны балалары хаҡына һаҡлап ҡына йөрөтһөн!» - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Юлай Ильясов.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 2023 йылдың октябренән махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың эш хаҡы арттырылды, хәҙер ул 210 мең һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-07/mnogodetnaya-zhitelnitsa-bashkirii-ushla-v-zonu-svo-povarom-3509172

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас