Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин республика мәктәптәрендә «шайморатовсылар кластарын» булдырыу эше хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, өс йылда 186 класс асылған, уларҙа 3960 бала уҡый. «Шайморатовсылар» берҙәм формаһы һәм күкрәккә таға торған билдәһе менән айырылып тора. Стандарт мәктәп программаһынан тыш, уҡыусылар строй әҙерлеге нигеҙҙәрен, һыбай йөрөргә, уҡтан атырға өйрәнә, милли көрәш төрҙәрен үҙләштерә.
«Шайморатовсылар»ҙа беҙ илһөйәрҙәр, тыуған еребеҙҙең һәм Ватаныбыҙҙың тоғро ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләйбеҙ. «Шайморатовсылар кластары» хәрәкәтенең төп идеяһы шунда», - тине Башҡортостандың мәғариф министры.
Докладты тыңлағас, Башҡортостан етәксеһе һандар артынан ҡыумаҫҡа, ә асылған кластарҙа балаларға сифатлы белем һәм тәрбиә биреүгә күберәк ваҡыт бүлергә саҡырҙы. Радий Хәбиров фекеренсә, «шайморатовсылар» сафына уҡыу алдынғыларын ғына алырға кәрәк.
«Иң мөһиме, кимәлде билдәләгәс, хәҙер ошо кимәлде төшөрмәгеҙ. Кластар һаны артынан ҡыумағыҙ, һеҙҙе бер кем дә мәжбүр итмәй бит. «Шайморатовсылар»ға алғас, бала яҡшы уҡырға, төрлө яҡлап әҙерлекле, шулай уҡ талаптар ҙа башҡаса булырға тейеш. Был бөтөнләй икенсе статус, улар - иң яҡшы уҡыусылар. Балаларҙы бындай кластарға конкурс нигеҙендә һайлап алыу зарур», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.