Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, рядовой Илназ Әбделмәнов Рәсәй Оборона министрлығының юғары ведомство наградаһы менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны»телеграм-каналы хәбәр итә.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Илназ Әбделмәновҡа Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.
«Башинформ» Әлшәй районы егетенең IV дәрәжә «Георгий тәреһе» менән бүләкләнеүе тураһында ла хәбәр иткәйне.