4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә уҡытыусыларға, ғалимдарға, табиптарға, аграрийҙарға, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, эшселәргә, инженерҙарға, эшҡыуарҙарға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды. Уның етәкселегендә комбинат йыл һайын мәғдән сығарыу һәм эшкәртеү буйынса планды арттырып үтәй, дауаханалар төҙөүҙә ҡатнаша, спорт һәм мәҙәни проекттарға спонсор ярҙамы күрһәтә, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына шефлыҡ итә. Һуңғы ике йылда ғына хәйриә ярҙамы 300 миллион һум тәшил иткән.
Республиканың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов ярты быуатҡа яҡын ғүмерен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына бағышланы. Тамашасыларға бигерәк тә уның комедия персонаждары яҡын. Актер Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
«Һәр берегеҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтке килә. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, бәхет, именлек, оптимизм теләйем», - тине Башҡортостан Башлығы.