Бөгөн, 1 ноябрҙә, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аграр тармаҡтың алдынғы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикабыҙ өсөн ауыл хужалығы оло әһәмиәткә эйә. Аграрийҙарҙың хеҙмәте менән Башҡортостан бөгөн йәшәй һәм сәскә ата, ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.
Һауа шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, быйыл да аграрийҙар республиканы яҡшы уңыш менән һөйөндөрҙө. Агросәнәғәт комплексының юғары ҡаҙаныштары артында – көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт.
Республика етәксеһе бөгөн юғары нарадаларға лайыҡ булған тармаҡ ветерандарын айырым билдәләп үтте.