12:45 (UTC+5), 01 Ноябрь 2023

Башҡортостанда ноябрҙә пенсияны нисек таратыуҙары билдәле булды

Фото: Валерий Шахов, архив фотоһы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда почта элемтәһе ойошмалары аша 4 ноябрҙә таратылған пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ваҡытынан алдараҡ, 2 йәки 3 ноябрҙә түләнә. Аныҡ көнө октябрь айы өсөн пенсия квитанцияһында күрһәтелгән, тип белдерҙеләр Социаль фондтың төбәк буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Һәр айҙың 12-һендә банктан пенсия алыусыларға ла аҡса иртәрәк — 10 ноябрҙә күсерелә. Был 2023 йылдың 12 ноябре йәкшәмбегә тура килеүгә бәйле.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,135 пенсионерға, 294 мең федераль льгота алыусыға, 137 мең федераль социаль өҫтәмә алыусыға пенсия түләй. Пенсионерҙарҙың күпселеге банктарҙа — 70,6%, 28,9% — почта бүлексәләрендә, 0,5% башҡа ойошмаларҙа пенсия ала. Һүҙ социаль хеҙмәтләндереү стационар ойошмалары һәм холоҡ төҙәтеү учреждениелары хаҡында бара.

Быйыл ноябрҙә түләүҙең дөйөм суммаһы 23,5 миллиард һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-01/stalo-izvestno-kak-v-bashkirii-budet-dostavlyatsya-pensiya-v-noyabre-3501349

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика