06:03 (UTC+5), 31 Октября 2023

Яҡташыбыҙ Артур Ғәлиев яу яланында командирын ҡотҡарған һәм ҡаршы яҡтың мөһим документтарын ҡулға төшөргән

Фото: видеонан скриншот
Ләйсән Закирова

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Артур Ғәлиев минометтан утҡа тотҡан ваҡытта яраланһа ла, командирын ҡотҡарған һәм ҡаршы яҡтың мөһим документтарын ҡулға төшөргән. Прапорщиктың хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы хаҡында «Башҡортостан – геройҙар дәүере» рубрикаһында һөйләнеләр. Видеояҙма «Башҡорт батальоны» телеграм-каналына һалынған.

Билдәле булыуынса, снаряд ярсығы шлемды тишеп үтеп, битен йәрәхәтләгән. Артур Ғәлиев яу яланында ҡалған. Ул ике нацисты юҡ иткән, яраланған командирын ҡотҡарған, мөһим документтарҙы ҡулға төшөргән һәм яралыларға медицина ярҙамы күрһәткән. Ике аҙнанан һуң икенсе бер алышта Артур ҡаты яраланған. Ҡулына үҙе жгут һалып, медиктар янына шыуышып барып еткән.

Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Артур Ғәлиев Суворов миҙалы, Батырлыҡ ордены, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-10-30/uchastnik-svo-iz-bashkirii-artur-galeev-spas-v-boyu-komandira-i-razdobyl-vazhnye-dokumenty-protivnika-3498959

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика